Альфия Юлчурина

Мөхәббәт… Бер уйлаһаң ябай ғына бер һүҙ. Мөхәббәт хисе һәр кемгә лә таныш, һәр кемдең күңеленә яҡын. Тик уның килеү ваҡыты төрлөсә - кемдер уның менән иртә осраша, ә кемдер һуң. Мөхәббәтле йөрәктәрҙә йырҙар тыуа, шиғырҙар ижад ителә…

11 декабрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тәүге тапҡыр үҙенсәлекле проект - «Һин бәхетле! Ә мин?» исемле музыкаль роман.

«Нимә ул мөхәббәт?», «Бармы ул?», «Яҡты бер хисме, әллә ауырыумы?», «Ғүмер буйы йәшәйме?», «Кемдәрҙе бәхетле итә?»… «Итәме?»… Был һорауҙарға яуапты тамашаның төп геройҙары - билдәле актер Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов һәм эстрадабыҙҙың ҡабатланмаҫ моң эйәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина эҙләй. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

11 декабрь! Миҙгелдең мөхәббәткә тулы проекты - «Һин бәхетле! Ә мин?» музыкаль романында һеҙҙе көтәбеҙ! Яратып яратылып моң илендә бергә тирбәләйек!
Расписание мероприятия:
  • 25 января, четверг
    19:00 Башгосфилармония
    г.Уфа ул.Гоголя, 58
    от 200 руб.
Как купить билеты:
Отмены и переносы: